АҒИНӘЙ КӘҢӘШТӘРЕ — 23 июля 2026 г. в 08:25:28.791
АҒИНӘЙ КӘҢӘШТӘРЕ ✅Бер ваҡытта ла балаларың алдында уларҙың атаһы – ирең менән низағлашма. Был һинең хәләл ефетеңә булғанн ихтирамыңды, ә киләсәктә балаларыңдың атаһына булған ихтирамын билдәләйәсәк. Ул-ҡыҙҙарың әсәйҙе лә, атайҙы ла ихтирам итмәйәсәк. Ә был – бөтә бәләнең башы. Әгәр ҙә балалар ата-әсәһен ҡәҙерләмәһә, улар тиҙҙән һеҙҙе тыңламай башлаясаҡ. ✅Бер ваҡытта ла иреңә асыҡтан-асыҡ идара итмә. Был тормоштағы ҡатын-ҡыҙ өлөшө түгел. Гүзәл зат – һығылмалы зат, тал кеүек нескә, бесәй кеүек иркә була бел. Белһәң, ирең үҙе үк һин теләгән әйберҙәрҙе булдырырға теләр, тырышлыҡ һалыр. ✅Өй-йортоңда тыныслыҡты һаҡлау – һинең өлөшөң. Кәрәк икән, ғәфү итергә, ғәфү үтенергә һәм һәр саҡ беренсе булып йылмайырға өйрән. Низағтар, үпкәләшеүҙәр, тауыш ғаиләне боҙа. ✅Бер ваҡытта ла өй эштәреңде насар кәйефтә һәм яман уйҙа башлама, ғаиләңдә ауырлыҡ тыуҙырырһың. Яҡшы эштең башы – яҡшы уй һәм яҡты ниәт. Таҙалыҡтың, яҡтылыҡтың ҡото – һинән, ә таҙалыҡ – ярты иман. Өй-йортоңда ла, уйҙарыңда ла таҙа, инсафлы булып ҡал. ✅Белгән өйрәтә, белмәгән өйрәнә. Нимәгәлер өйрәнеүҙән, уҡымышлы булыуҙан ҡурҡма, ялҡау булма. Белемле, тәрбиәле, аҡыллы ҡатын-ҡыҙҙың балалары ла аҡыллы, тәрбиәле булыр. Ә аҡыллы балаларҙың киләсәге лә яҡты, ҡорасаҡ ғаиләләре лә ҡотло булыр. ✅Яратҡан кешеңде юҡ-барға ҡыҙғанма. Көнләшеү ғаиләнең боҙолоуына алып килә. Ирең ярата икән, ул “һул”ға ҡарамаҫ, шуға ла үҙеңде яраттырырға өйрән, ғаиләлә мөхәббәт һәм ихтирам тойғоһон һаҡла. ✅Ризыҡты яҡты күңел менән, яратып, теләп, тәмле итеп бешер. Ирең болғама ашарға мал түгел. ("Башҡортостан" гәзитенән).

