Әллә заман шундаймы — бөгөн күп кеше сирләй. Һалҡын тейеү, ОРВИ кеүек ғәҙәти ауырыуҙарғ...
Әллә заман шундаймы — бөгөн күп кеше сирләй. Һалҡын тейеү, ОРВИ кеүек ғәҙәти ауырыуҙарға кеше артыҡ иғтибар итмәһә лә, етди сирҙәргә дусар булғанда күптәрҙең күңеле төшә. Ә дауаланыу һөҙөмтә бирмәһә, кеше ҡурҡыуға бирелә, хафалана, үҙен көсһөҙ итеп тоя. Ислам динендә ауырыуҙарҙы дауалау буйынса аныҡ кәңәштәр бар. Мәҫәлән, ныҡ ауырып китһәң, мотлаҡ табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ: «Табип булмаған ерҙә йәшәмәгеҙ», — тигән. Тағы бер хәҙистә былай тиелә: «Аллаһ Тәғәлә бөтә ауырыуҙарҙы ла барлыҡҡа килтерҙе һәм улар менән бергә шифаларын да бар итте. Тик ҡартлыҡтан ғына дауа юҡ». Шуға күрә мөьмин-мосолман ниндәй генә сиргә тарымаһын, уның шифаһы барлығына ышанырға һәм дауаланыу юлдарын эҙләргә тейеш. Шуны ла оноторға ярамай: табип яҙған дарыуҙарҙан тыш, мосолманға рухи дауаланыу ысулдарын ҡулланыу ҙа мөһим. Дауаланыуҙың төп этаптары: 1. Ауырыу тураһында белгәс, иң тәүҙә Аллаһтан шифа һорап ихлас доға ҡылырға: «Әлхәмдү лилләәһи Раббил-ғаләмин, әс-саләтү үәс-сәләмү ғәләә рәсүлиһи Мөхәммәдин үә ғәләә әәлиһи үә әсхәбихи әжмәғин. Йә Раббым! Үҙеңдең хикмәтең һәм рәхмәтең менән миңә ошо ауырыуҙы бирҙең. Һәр ауырыу ҙа, уның шифаһы ла тик Һинән генә. Хәйерле шифаңды насип итеп, һауығырға һәм терелергә мөмкинлек бир!» Был доғаны ике рәкәғәт хажәт намаҙынан һуң уҡыу тағы ла яҡшыраҡ. 2. Динебеҙ ҡушҡанса, мөмкин тиклем тиҙерәк табипҡа мөрәжәғәт итергә. Табипҡа инер алдынан өс тапҡыр «Аятүл-Көрси» уҡыу хәйерле. 3. Табип яҙған дарыуҙы ҡулланыр алдынан: «Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим» — тип әйтергә. Шул уҡ ваҡытта күңелде дарыуға түгел, ә Аллаһҡа тәүәккәлләргә, Уның рәхмәтенә һәм ярҙәменә өмөт бағларға кәрәк. 4. Ҡайһы бер осраҡта ауырыу кешенең гонаһтары өсөн һынау йәки яза булырға мөмкин. Шуға күрә тәүбә итеү, Аллаһтан ғәфү һорау дауаланыу барышында бик әһәмиәтле. Былай тип доға ҡылырға мөмкин: «Йә Раббым! Белеп тә, белмәй ҙә ҡылған гонаһтарымды, хаталарымды һәм кәмселектәремде ғәфү ит!» Һәм мөмкин тиклем йышыраҡ: «Әстәғфируллаһ» («Аллаһтан ғәфү һорайым») тип ҡабатларға кәрәк. Аллаһ Тәғәлә Үҙенән ғәфү һораған ҡолдарын ярата, доғаларын ҡабул итә һәм ярҙамынан ташламай. 5. Табип кәңәштәренән тыш, мосолмандарға өшкөрөү ысулдарын ҡулланыу ҙа тәҡдим ителә. Бының өсөн белемле хәҙрәттәргә йәки абыстайҙарға мөрәжәғәт итергә мөмкин. Ышаныслы хәҙистәрҙә «Фатиха» сүрәһенең ҙур шифаға эйә булыуы хәбәр ителә. Бер хәҙистә: «"Фатиха" сүрәһендә бөтә ауырыуҙарҙан шифа бар», — тиелә. Тағы бер хәҙистә: «Үлемдән башҡа бөтә ауырыуҙарҙан шифа бар», — тип өҫтәлә. Ғәҙәттә, «Фатиха» сүрәһен ауырыу кеше өҫтөнән уҡыйҙар. Шулай уҡ ауыртҡан урынға ҡул ҡуйып уны ете тапҡыр уҡырға йәки ете тапҡыр һыуға уҡып, шул һыуҙы эсергә мөмкин. 6. Исламда халыҡ медицинаһы ысулдарын ҡулланыу ҙа тыйылмай. Бигерәк тә бал һәм ҡара тмин майы ҡулланыу файҙалы тип иҫәпләнә. 7. Мосолман ғалимдары әйтеүенсә, дауаланыуҙың иң һөҙөмтәле юлдарының береһе — саҙаҡа биреү. Әбү Бәкер әл-Хәбб Ғәзиз (Аллаһ унан разый булһын) былай тип һөйләй: «Бер ваҡыт мин ҡаты сирләп киттем. Тәҡүә күршем миңә: "Пәйғәмбәребеҙҙең: "Ауырыуҙарығыҙҙы саҙаҡа менән дауалағыҙ", — тигән нәсихәтен үтә", — тине. Йәй миҙгеле ине. Мин күп итеп ҡарбуҙ һатып алдым да фәҡирҙәрҙе һәм балаларҙы саҡырып, уларҙы ҡарбуҙ менән һыйланым. Артабан улар ҡулдарын күтәреп, минең һауығыуым өсөн доға ҡылдылар. Аллаһ менән ант итәм: икенсе көндө иртән Аллаһтың бөйөк рәхмәте менән мин бөтөнләй һау-сәләмәт булып уяндым.»