«🌾2026 йылдың урып-йыйыу кампанияһына старт бирҙек! Баҫыуҙан һәм комбайн кабинаһынан т...
«🌾2026 йылдың урып-йыйыу кампанияһына старт бирҙек! Баҫыуҙан һәм комбайн кабинаһынан тәүге кадрҙар менән бүлешәм. Һәр аграрий өсөн иң мөһим, яуаплы, күптән көтөлгән осор етте - урып-йыйыу эштәре башланды. Беренсе булып уңышты йыйыуға Ҡуянтау ауылынан "Илгиз Байегетов" КФХ-һы төштө. Барлыҡ аграрийҙарға яҡшы һауа торошо, мул һәм сифатлы уңыш, ныҡлы һаулыҡ һәм бөтмәҫ энергия теләйем. Хәйерле сәғәттә, яҡташтар!» - тип белдерҙе социаль селтәрҙә Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов.