ҒӘЙБӘТ
ҒӘЙБӘТ Ҡорбан көҫәй Ғәйбәт. Ас ҡарғалай, Ҡарҡылдай ҙа, Минән ҡан һорай. Ҡарҡылдама, тим дә, Киҫеп бирәм Бәғер итем– Бәғерем ҡанһырай. Бер арыйға Ҡолаҡ тынып тора. Ауыҙын яба Тамаҡ туҡ ҡарға. Ҡасан да бер, Беләм, Тотошлайға Бәғеремде теләр йоторға. Ҡанһырайым. Ҡаным тамған ерҙә Үҫеп сыға Ҡыҙыл ҡыналар. Ә күңелдә, Ҡарғаларҙан ҡурҡып, Шып-шым ғына Гөлдәр hыналар… Ә БАРЫБЕР ЙӘЛ УЛАР, ҒӘЙБӘТСЕЛӘР, ЭСТӘН КӨЙРӘП ЙӨРӨҮСЕЛӘР. ШУЛАЙ БИТ, ДУҪТАРЫМ!!! ЙӘЛЛӘҮ Көнсөлдөң көнө – Эстән өткән ут, Эстән тишкән тут; Эстән өргән эт, Эстән бөргән бет; Эстән һыҡҡан бау, Эстән ҡупҡан дау... 🖊️Гөлнур Яҡупова