Ҡотлайбыҙ! ❤
Ҡотлайбыҙ! ❤ Башҡортостан Республикаһы Башлығының Указы менән Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрының баш бухгалтеры Ғәниуллина Светлана Заки ҡыҙы Башҡортостан Республикаһының Мактау ҡағыҙы менән бүләкләнде. Тантаналы тапшырыу «Урал аръяғы‑2026» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйындағы эш форумы барышында булды. Был юғары бүләк уның театрҙағы күп йыллыҡ эшенә, профессионализмына, эшкә яуаплы мөнәсәбәтенә лайыҡлы баһа. Яңы уңыштар, сәләмәтлек һәм илһам теләйбеҙ! 🎭🏆👏