Үтәһеңме ни, йәй, шулай бик тиҙ?
Үтәһеңме ни, йәй, шулай бик тиҙ? Күҙгә күренмәне өс айың. Һис ебәрге килмәй, ҡалсы, әйҙә, Тағы берәй айға — тап яйын! Үтәһеңдәме ней? Ал таңдарҙа Ысығыңды кисеп туйманыҡ. Яландарҙа, йәшел аҡландарҙа Рәхәтләнеп еләк йыйманыҡ. Үтәһеңдәме, йәй, йылға-күлдә Үс ҡанғансы һыуҙар инмәнек. Йәй оҙон тип йөрөп ашыҡманыҡ, Үткәнеңде һис тә һиҙмәнек. Үтәһеңдер шул, йәй, күбәләктәр Әллә ҡайҙа булды — осмайҙар, Урыҡ-һурыҡ үҫкән сәскәләрҙе Бал ҡорттары инде ҡосмайҙар. Үтәһеңдер, йәйем... Килгән кеүек Еләк тәме һаман иренгә. Осрашырбыҙ әле, Алла бирһә, Иҫән-һауҙар булһаҡ, йәренгә! (Флүрә Маликова)