" Йәнтеш мәргәне-2026"
" Йәнтеш мәргәне-2026" Хәйбулла районының Йәнтеш мәҙәниәт йорто алдында, батырҙарса һәләк булған Иштанов Булат Юныс улы, Искужин Ринат Юныс улы, Хәйбуллин Илмир Заһир улы иҫтәлегенә икенсе тапҡыр ойошторолған " Йәнтеш мәргәне-2026" бәйгеселәрен Йәнтеш ерендә йыйҙы. Ҡатнашыусыларҙың барыһы ла традицион милли кейемдәрҙә сығыш яһаны.Уҡсыларҙың боронғо башҡорттарҙың кейемдәре - бүрек, елән, салбар, итек кейеүҙәре бәйгенең мөһим шарты булып тора ине. Тотош ил кимәлендә киң билдәлелек яулаған сара - «Мәргән уҡсы» бәйгеһендә ҡатнашырға теләүселәр йылдан-йыл арта. Быйыл Баймаҡ һәм Сибай ҡалаһынан да килделәр. Был ябай булмаған бәйгелә мәргәнлектә һәм етеҙлектә үҙ көстәрен һынап ҡарарға теләүсе һәр кем ҡатнаша алды. Ярыш сәме менән янған бәйгеселәргә һауа торошоноң ла ҡамасауламаны. Уҡтан атыу буйынса мәргәнлектә лә көс һынашты. Ярыш бик ҡыҙыу һәм сәмле барҙы. Майҙансыҡтарында яндан уҡ атыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре үтте һәм күргәҙмәһе лә ойошторолдо. Йәнтеш ауылында яндан уҡ атыу буйынса ярыш төрө районыбыҙҙың ошо ауылында ғына йылдам үҫешеп килә, тип әйтһәк тә, хата булмаҫ. -Бөгөнгө еңеүем тәүге тапҡыр булмаһа, һәр ярыш алдынан тулҡынланыу кисерергә тура килә. Уҡ менән атыу, ғөмүмән, ярышыу күңелгә әйтеп аңлата алмаҫлыҡ тәьҫораттар бирә,ти Һәр ҡатнашыусыларға грамоталар, миҙалдар һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды. Илдәр тыныслығы өсөн ҡорбан ашы ашап, аяттан бағышлап үттек. «Йәнтеш мәргәне» сараһы – йолаларҙы тергеҙергә ярҙам иткән, халыҡтың фольклор һәм мәҙәни мираҫын пропагандалаған һәм киләсәк быуынды тәрбиәләгән үҙенсәлекле ваҡиға. Был изге эш тағы ла оҙаҡ йылдар дауам итер, тип ышанғы килә #ЯнтышевскийСДК #ЙәнтешМәргәне2026