"Хәрби туғанлыҡ" («Боевое братство») — Баймаҡ ҡалаһында һәм районында һуғыш, локаль бә...
"Хәрби туғанлыҡ" («Боевое братство») — Баймаҡ ҡалаһында һәм районында һуғыш, локаль бәрелештәр ветерандарын һәм хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе берләштергән ойошма егеттәре Чечен һуғышында һәләк булған Әхмәтов Вәхиттең таҡтаташына сәскәләр һалып иҫкә алды, яугирҙең әсәһе Зәкиә инәйҙең хәлен белеште, ауыл мәсетендә Вәхит мәрхүмгә бағышланған аятты тыңлап, аят ашына ҡалды. "Хәрби туғанлыҡ" егеттәренә рәхмәт һүҙҙәрен еткерге килә, сөнки һәләк булған яугир әсәйҙәргә күстәнәстәрен тотоп йыл һайын онотмай хөрмәтләп килеп хәлдәрен белешеп тора. Һеҙ ысын мәғәнәһендә "Хәрби туғандаш, яуҙаш!" улар.