* * *
* * * Ҡойола бит алма, ай, ҡойола, Өлгөрмәйем йыйып ерҙәген. Ҡойолғанын йыйып алайым да, Ҡарамайым әле үрҙәген. Баландарым инде, ай, ҡыҙара, Ҡыҙарһа ла, әсе, таты юҡ. Ваҡыттарҙың тик бер мәле була, Әллә нисә уның ҡаты юҡ. Йылдарым да шулай, ай ҡойола, Мәлдәр оса — булмай туҡтатып. Бәхетте мин бөгөн бәүетәмен: Килер йылдар тама тып та тып. Искәндәриә