Әбейҙәр "каникулы"!
Әбейҙәр "каникулы"! Каникулдар бөттө-тип, Әбей еңел һуланы. Ошо аҙна эсендә, Күрмәгәне ҡалманы. Балалар китеү менән Кереп диванға ауҙы. Телевизорын ебәрҙе, Алъяпҡысын елгәрҙе. "Һай хәҙерге балалар!"-тип, Һөйләнде үҙ алдына: Телефон ҡулдарында, Эшләү юҡ уйҙарында. Ҡолаҡтарында наушник, Әйтәһең, ишетмәйҙәр. Көнө буйы йоҡлайҙар, Төнө буйы уяуҙар. Өләсәй, бәлеш бешер, Һинең ҡоймағың тәмле. Мантый яһа әле бөгөн, Пиццаң да иҫ китмәле! Өләсәйем, бөгөн кискә Булмаҫ микән ҡыҫтыбый? Уны иртәгә бешерһәң, Бөгөн өсбосмаҡ ярай. Тәгәрмәстәге тейендәй Әбей көндөң көн буйы. Өйҙөң тәртибе ҡалманы, Әйтерһең бәрей туйы. Һәр көндө мунса яғалар, Көндә аҡ кейем кәрәк. Ярай әле машина бар, Ҡалмаҫ ине ул беләк. Телик ҡарау онотолдо, Телефон — балаларҙа. Эт кеүек арый кискә, Иртә ята йоҡларға. Ә иртән шул уҡ мәхшәр: Ҡамыр ҡуйыу, бутҡаһы, Ул арала сәй һорай Ғәзиз ҡарты - бабайы. Мыштым ғына һаҡ баҫып, Атлап йөрөйҙәр өйҙә. Ейәндәр тәмләп йоҡлай, Осмай хатта себен дә. Икәүләп сәйҙәр эскәс, Һорашҡас хәл-әхүәл, Плитә ҡыҙа, эш ҡайнай! Күрһәң, иҫ китмәле хәл. Ә бөгөн ял, өйҙә тынлыҡ: Ейәндәр китеп бөткән. Өләсәй тапмай яулығын, Ейәнсәр йыйып киткән. Урынында түгел ахыры Тәпешкә, йөн нәскийе. И Хоҙайым, ҡайҙа икән Бабайҙың каштан майы? Урындан күскән бары ла, Нисек кенә табырға? Эҙләмәгән ер ҡалманы, Тыҡҡандар һуң ҡайҙарға? Эстән генә әрләп ала, (Ы)сын күңелдән юҡһынып, Тәртип һала өйөнә, Ейәндәрен һағынып: "Иҫән-һау ғына булығыҙ, Көтөп ҡаламын һеҙҙе." Йә өләсәй, әйт инде, Таныйһыңмы үҙеңде?!