❤2 сентябрҙә Сибай ҡалаһының ЗАГС бүлегендә Сергей Григорьевич Сергеев менән Ульяна Але...
❤2 сентябрҙә Сибай ҡалаһының ЗАГС бүлегендә Сергей Григорьевич Сергеев менән Ульяна Александровна Данилова никахтарын теркәне. Йәштәр 2020 йылда Сибай төҙөлөш һәм сервис колледжында студент саҡтарынан бер-береһен белә. — Беҙ 2024 йылдан дуҫлаша башланыҡ, мин уны армияға оҙаттым, — ти Ульяна. — Екатеринбург ҡалаһындағы хәрби часта ант биреү тантанаһында мин Ульянаға тәҡдим яһаным да махсус хәрби операцияға киттем, — тип дауам итә Сергей. Хәрби хеҙмәт ваҡытында Сергей яраланып, ялға ҡайта, һәм бөгөн йәштәр өйләнешергә ҡарар итеп, Сибай ҡалаһы ЗАГС бүлегенә килә. ЗАГС хеҙмәткәрҙәре уларҙың никахын 250-се акт аҫтында теркәй. Сергей менән Ульянаға мөхәббәт, сикһеҙ бәхет, ныҡлы һаулыҡ, йәш ғаилә башлығының тиҙерәк иҫән-һау тыуған яғына әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ.