🫶Ауыр мәлдәрҙә ярҙам итеү- ҙур сауаплы булыу!
🫶Ауыр мәлдәрҙә ярҙам итеү- ҙур сауаплы булыу! Хәйбулла районының Бәләкәй Арыҫланғол (Вәзәм) ауылынан атайлы-уллы Радик һәм Рәмзил әлеге мәлдә махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Ҡыҙғанысҡа күрә, уларҙың ихатаһы янғындан зыян күргән. Ошо көндәрҙә йорт хужабикәһенә ауылдаштары ныҡлы ярҙам ҡулы һуҙған. Вәзәм ауылы ир-егеттәре изге күңелле, ярҙамсыл икәнен йәнә берҙе иҫбатланы. Кәртә-ҡураны таҙалау өсөн техника һәм ҡул көсө кәрәк булғас, Әбеш ауылы биләмәһе хакимиәте башлығы Таһир Юнысов техника менән тәьмин итһә, ауыл ир-егеттәрҙе ҡул көсө менән ярҙам иткән. Афарин, һәр ваҡыт берҙәм булған вәзәмдәргә!