Ял көндәре Әбйәлил, Йылайыр, Хәйбулла райондарында урмандарҙа янғын сыҡҡан. Шулай уҡ Әб...
Ял көндәре Әбйәлил, Йылайыр, Хәйбулла райондарында урмандарҙа янғын сыҡҡан. Шулай уҡ Әбйәлил, Ауырғазы, Баймаҡ, Ейәнсура, Стәрлетамаҡ, Хәйбулла райондарында һәм Сибай ҡалаһында ҡоро үлән яныуы теркәлгән. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. Йыл башынан алып 137 гектарҙан ашыу майҙанда 25 урман янғыны һәм 1853 гектарҙан ашыу майҙанда 269 тапҡыр яландар яныуы теркәлгән.