АУЫРЫҒАН КЕШЕЛӘРГӘ 7 КӘҢӘШ
АУЫРЫҒАН КЕШЕЛӘРГӘ 7 КӘҢӘШ Һәр бер ауырыу — Аллаһы Тәғәләнән. Шуға күрә ауырып киткән мөьмин-мосолмандарға түбәндәгеләрҙе эшләргә кәңәш ителә: 1) Ике рәҡәғәт хәжәт намаҙы уҡып, Аллаһы Тәғәләнән шифа һорарға. 2) Табипҡа мөрәжәғәт итергә. Дарыуҙарҙы, шифаны тик Аллаһтан өмөт итеп, Уға ихлас тәүәккәлләп эсергә. 3) «Белеп һәм белмәй ҡылған гонаһтарымды ярлыҡа, бәндәселек менән ҡылған хата-кәмселектәремде ғәфү ит», — тип тәүбә итергә. Мөмкин тиклем йышыраҡ «Әстәғфируллаһ» («Аллаһтан ғәфү үтенәм») тип әйтергә. 4) Ауыртҡан урынға ҡулды ҡуйып, 7 тапҡыр «Фатиха» сүрәһен уҡырға йәки шул сүрәне 7 тапҡыр һыуға уҡып, ул һыуҙы эсергә. 5) Бал һәм ҡара әнис (тмин) майын ҡулланырға. 6) Мохтаж кешегә саҙаҡа бирергә. 7) Һөҙөмтә ниндәй генә булһа ла, Аллаһты маҡтарға, ихлас шөкөр итергә һәм: «Нәҡ ошо һөҙөмтә минең өсөн хәйерле», — тип уйларға. Ришат Ҡорамшин. 🤲Иманлы булайыҡ төркөмөнән