Хәйбулла районының Әбеш ауылы биләмәһе башлығы Таһир Юнысов:
Хәйбулла районының Әбеш ауылы биләмәһе башлығы Таһир Юнысов: -Күптәнге хыялымды тормошҡа ашырып, отпускалағы ваҡытымды файҙаланып Әбеш тауы башында минең проект буйынса ҡурайға, Әбеш ауылына, Үҫәргән ырыуына арнап стелла эшләп ҡуйҙыҡ. Яҙыуҙары "Тере һыу" район конкурсында икенсе урынды алған аҡсаға эшләтелде. Миңә ярҙам иткән бигерәктә водитель Сурин Рәмил Рамаҙан улына, мин үлсәп, ҡырҡып торһам ул иретеп йәбештереү эштәрен башҡарҙы (улда отпускала), Сурин Рәүф Талғат улына, юлда осрап ярҙам иткән Илимбетов Мидхәт Әхәт улына, Теүәлбаев Йыһанур Зиннур улына Ҙур рәхмәт белдерәм. Аяҡ-ҡулдарығыҙ һыҙлауһыҙ булһын.