Йола буйынса Хәйбулла районының Аҡнаҙар ауылының уңған ҡатын-ҡыҙҙары көҙ етһә үҙҙәренең...
Йола буйынса Хәйбулла районының Аҡнаҙар ауылының уңған ҡатын-ҡыҙҙары көҙ етһә үҙҙәренең яҙҙан алып көҙгә тиклем үҫтергән йәшелсә емештәренән ауыҙ иттереү, тәжрибә уртаҡлашыу өсөн үрге урам менән түбәнгә бүленеп, бер-береһенә йәшелсә-емештәренән әҙерләнгән күргәҙмәгә ҡунаҡҡа саҡыра. Быйыл тәү башлап үрге урам ҡатындары байрам ойошторғандар. Байрам күргәҙмәһендә ниндәй генә емеш-еләк, йәшелсә юҡ, төрлө ҡайнатмалар, ҡаҡ, тоҙланған йәшелсәләр, төрлө ризыҡтар - барыһы ла өҫтәлдә. - Матур итеп таҡмаҡ йырлап ҡаршы алдылар, һикһәнде ашаҡлаған оло инәйебеҙ Килдебаева Рәшиҙә «Таңсулпан» ды ҡунаҡтарға йырлап ишеттерҙе. Байрам һуңында үрге урам ҡатындары, баштарына үреп кейгән сәскә таждарын ҡунаҡтарға бүләк итеп, күстәнәстәр биреп оҙаттылар.Ә инде сәскә тажын кейеүселәр, ошо сәскәләр һулымаҫ борон үҙебеҙҙең күргәҙмәбеҙгә саҡырырбыҙ тип һүҙ биреп таралыштылар, - ти сараны ойоштороусылар. 🖊️мәғлүмәт һәм фото Хәйбулла районы хакимиәте төркөмөнән