💥«Изгелек эшлә лә һыуға һал – халыҡ белер, халыҡ белмәһә, балыҡ белер!», «Һүҙҙә маҡта...
💥«Изгелек эшлә лә һыуға һал – халыҡ белер, халыҡ белмәһә, балыҡ белер!», «Һүҙҙә маҡтанма - эштә маҡтан!», «Бер рәхмәт мең бәләнән ҡотҡарыр!», «Фатиха менән ир йәшәр!» Халҡыбыҙҙың ошоларға оҡшаш тапҡыр әйтем - мәҡәлдәре бихисап. Тормоштарын тап шуларға ярашлы ҡорған, башҡаларҙы ҡыуандырырға тырышып торған һәм шунан ҡәнәғәтлек тапҡандарҙың эскерһеҙ ғәмәле тик маҡтауға лайыҡ. Хәйбулла районының Йәнтеш ауылының уңған ир-егеттәре сәләмәтлек мөмкинлектәре сикле ауылдаштары Нур Моталовҡа ярҙам күрһәтеп, йорттоң тышын ҡалай менән көпләгән. Шул рәүешле өйҙөң тышына -матурлыҡ, эсенә йылылыҡ йүгергән. Афарин, йәнтештәр! #АйыҡАуыл2026 #ТрезвоеСело2026