Мотал Рәмов
Мотал Рәмов Ауылым мәҙәктәре Икмәкте нисек бешерәләр? Борон, колхоз-совхоз заманында, йәйге мал аҙығы әҙерләү осоронда, йәғни ферма малдарына бесән һәм сенаж хәстәрләү мәлендә ауылдарҙа өмәләр йыш үткәрелде. Бындай көндәрҙә мотлаҡ эре мал салырҙар, район үҙәгенән дөйөм табынға күпләп икмәк һәм башҡаһын ҡайтарырҙар ине. Һәр кем үҙ өйөндә мейестә икмәк һалған ул осорҙа магазин икмәге ни өсөндөр танһыҡ ризыҡ булды, үҙенең күбеп бешкән ап-аҡ ҡаласын ситкә ҡуйып, һәр кем, ҡара булһа ла, райүҙәктән килтерелгән икмәккә ынтылды, тәмле күреп ашаны. Шундай өмәләрҙең береһендәге төшкө аш мәлендә барыһы ла маҡтап-маҡтап әлеге икмәккә тейешкән. Шыйыҡ телле, шаян Хөснулхаҡ ағайым ғына икмәккә оронмай икән. –Аша, Хөснулхаҡ, нишләп икмәккә ынтылмайһың? – тиҙәр икән ауылдаштары аптырап. –Әллә... Йылайыр пикәрнәһендә икмәкте нисек бешергәндәрен күргәндән һуң, ашау түгел, күргем дә килмәй ул икмәкте... Һеҙ ни ашағыҙ, ашағыҙ... –Ағайым үҙе ашъяулыҡтан сигенеберәк ултыра. –Шул тиклем нимә күрҙең унда? Сысҡан, ҡомаҡ тиҙәктәренме ни? –Улай ғына булһа ярай ҙа бит... Икмәк бешергән мәрйәләрҙе күреп, иҫем китте... –Улар нимә эшләгән һуң? –Анауынса ҡамырҙы ҡул менән баҫып өлгөртә алмайҙарҙыр инде, бахырҙар... Бысраҡ иҙәндә ласылдата баҫып ялан аяҡ йөрөйҙәр-йөрөйҙәр ҙә, ҙур ҡаҙандағы ҡамырға аяҡтарында саймай шул көйө төшөп, беҙҙең бисәләр балсыҡ баҫҡан кеүек итәктәрен ҡыҫтырып алып тороп баҫалар... Тәмәке тартып йөрөгәне ҡайҙа ла, төкөрөп ебәргәне ҡайҙа... Өс-дүрт бисә бер ҡаҙан эсендә мәж килә шунда. Берәй нәмә кәрәк булһа, ҡамырлы аяғы менән төшөп алалар ҙа, кире ҡаҙанға төшәләр... –Кит, кеше ерәндереп, бушты һөйләп ултырма! Үҙҙәре лә шул икмәкте ашайҙар бит. –Нишләп буш булһын. Үҙҙәренә айырым мейестә, ҡул менән баҫып, бөтөнләй башҡаса бешереп алалар шул... Табындағылар ашап ултырған икмәктәрен шым ғына ашъяулыҡҡа ҡуя һала һәм табындан боролоп ултыра. Ә бер ни уйламай ауыҙын тултырып икмәк сәйнәп ултырған апай тора һалып эргәләге ҡайын төбөнә сүгәләй һәм үкерә-үкерә ҡоҫа башлай. –Өҫтәүенә, аяҡтарының тырнаҡтарын да ҡырҡмағандар бит әле үҙҙәре... Шуларҙы күргәндән һуң магазин икмәгенә ҡарағым да килмәй... – Ағай һөйләгәнләренән ҡәнәғәт булып, урынынан тороп китә. Оҙаҡ, бик оҙаҡ онота алмай ауылдаштары был хәлде. Ҡайһы берәүҙәр әле булһа иҫләп ала әле...