💯Тимәк, ваҡытыбыҙҙы дөрөҫ файҙаланып өйрәнһәк, тәүбә итә белһәк, Аллаһы Тәғәләнең ярлы...
💯Тимәк, ваҡытыбыҙҙы дөрөҫ файҙаланып өйрәнһәк, тәүбә итә белһәк, Аллаһы Тәғәләнең ярлыҡауына һәр саҡ өмөт итә алабыҙ. ⚡Ғүмер оҙон кеүек тойолһа ла, һанап ҡараһаң, үҙебеҙгә бик аҙ ваҡыт ҡала. Уртаса 60 йыл ғүмер бирелгән икән ти. Бына китаптарҙың береһендә һанап ҡарап, шундай һығымтаға килгәндәр: 🌱көнөнә 8 сәғәт йоҡлаһаҡ - 20 йылыбыҙ йоҡоға китә, 🌱көн һайын 3 тапҡыр ризыҡланыуға 30-ар минут сарыф итһәк - 3,5 йыл ғүмер ашап-эсеүгә китә, 🌱уртаса 13 йыл - бала саҡта, 🌱көн һайын 8 сәғәт уҡыһаҡ йәки эшләһәк - 20 йыл шуға китә. ❗Бөтәһен бергә ҡушһаң, уртаса 60 йәш йәшәгән кешенең 56,5 йыл ғүмере донъяуи мәшәҡәттәрҙә үтә булып сыға. 🌸Был арала күңелебеҙҙе сафландырырға, рухыбыҙҙы көсәйтергә, иманыбыҙҙы нығытырға ваҡыт таба белеү - бик мөһим. Ғүмеребеҙҙең яртыһын уҡ булмаһа ла, бер өлөшөн намаҙ-доғала үткәрәйек һәм белеп тә, белмәй ҙә ҡылған гонаһтарыбыҙҙы ярлыҡауҙы һорайыҡ.