Мотал Рәмов
Мотал Рәмов Ауылым мәҙәктәре “Өй эйәһе” Ике туған ағайымдарҙың ике малайы булып, бик шуҡ һәм ҡулсыр ир еттеләр. Бәләкәйҙәре бигерәк тә шайтан булды инде – оронмаған, боҙмаған, теймәгән нәмәһе булмай торғайны. Уның менән булған ҡыҙыҡтарҙы яҙһаң, үҙе бер ҡалын китап хасил булыр ине... Ҡайһы берҙәрен әле лә йыш ҡына иҫләп, һөйләп көлөп алам. Торғаны менән бер аяҡлы анекдот булды... ...Көҙгә табан өйҙәрендә йоҡлап яталар икән былар. Төн уртаһында алғы өйҙә ятҡан ағайымдың ҡолағына берәүҙең илағаны салына. Уяна ла, аптырап, тыңлап ята икән: илау тауышы малайҙар ятҡан төп яҡтан килә... Ағайым ипләп кенә тора ла, шым ғына төпкә үтә. Диванда ятҡан бәләкәй улы илай икән. –Нимә булды? Нишләп илайһың? –Атай, мин ҡурҡам... Өйгә ен эйәләшкән... – Малай шулай ти ҙә, юрғанын бөркәнеп, сеңләүен дауам итә. –Кит, бушты һөйләмә! Ниндәй ен эйәләһен! –Ысын, атай, утты һүндер ҙә, эргәмдә тыңлап ултыр әле... –Бер нимә лә ишетелмәйсе... –Тороп тор... Шым ғына ултыр! Бер аҙҙан малай атаһына һыйына: –Ишетәһеңме? Ауыр итеп көрһөнә... Ә һин ышанмаған булаһың... – Илауға күскән улын ҡосаҡлап, ағайым да шиккә төшә. Ысынлап та, иҙән аҫтында кемдеңдер уфтанғаны ишетелә шул. Ағайым урынынан тора һалып, светты яға. Быларҙың үҙ-ара һөйләшкәненә еңгәйем дә уянып яндарына сыға. Утты һүндереп, бер аҙ шым ғына ултырһалар, баяғы тауыш ҡабатлана икән... Йоҡолары оса, ут яҡтыһында ултырып ҡаршылайҙар таңды... Малдарын көтөүгә ҡыуып, иртәнге сәй эсеү менән ағайым ике малайы менән иҙәнен ҡутара башлай. Таҡталарын алһалар, нәҡ бәләкәй малай ятҡан диван тәңгәлендә генә йомран үҙенә өң эшләп алған икән... Аҫтына төрлө йомшаҡ нәмәләр түшәгән, ти. Баҡһаң, йоҡлағанында уфтана икән йәнлек... Йомран ҡайҙан өйҙә хасил булған тиһегеҙме? Бар нәмә менән ҡыҙыҡһынған әлеге малайҙары үҙе ҡырҙан тотоп алып ҡайтҡан да, уныһы сығып ҡасҡан икән. Аҙаҡ иҙән аҫтарына эйәләшкән... Бына һиңә “өй эйәһе”!