ҮӘТ, БЫЛ ШӘП!
ҮӘТ, БЫЛ ШӘП! Хәйбулла районында үткәрелгән «Тере һыу» конкурсында еңеп, аҡса алыуға өлгәшкән аҡъюлдар матур арт-объект урынлаштырған. — Был— беҙҙең еңеүебеҙҙең һәм тырышлығыбыҙҙың сағыу билдәһе. Ошо матурлыҡты булдырыуҙа ҡатнашҡан, көсөн, ваҡытын һәм ижади фекерен йәлләмәгән барлыҡ оҫталарға, Аҡъюл ауылы биләмәһе башлығы Илнар Айҙар улына һәм уның командаһы: Бикбов Сәлих, Дәүләтбирҙин Шәйәхмәт, Ишемғолов Мөрфәиз, Ишемғолов Рәжәп һәм конкурста ҡатнашҡан ауыл халҡына ихлас рәхмәт белдерәбеҙ! Хәҙер ауылыбыҙ тағы ла матурыраҡ, йәмлерәк булды. Киләсәктә лә берҙәм булып ҡалайыҡ,—ти Аҡъюл ауылы халҡы.