Урман-тауҙар араһында, йәмле Һаҡмар, Сик йылғалары буйында урынлашҡан Хәйбулла районыны...
Урман-тауҙар араһында, йәмле Һаҡмар, Сик йылғалары буйында урынлашҡан Хәйбулла районының Оло Арыҫланғол (Сик) ауылы заманында ҙур ғына ауыл булған. 19 быуат урталарында халҡы 600 кешенән артып китә, бөгөн халыҡ һаны күпкә кәмегән. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ауыл халҡы тырышып донъя көтә - мал, ҡош-ҡорт аҫрай, йәшелсә сәсеп мул уңыш ала. Бөгөнгө көндә лә ауыл халҡының эш менән менән ҡайнап ятҡан мәле. Ир-егеттәрҙең бер өлөшө ағас ултыртыу өсөн урын әҙерләү өмәһендә йөрөһә, икенсе өлөшө вахтанан ҡайтҡан ауылдаштары Күскилдин Ильгизгә бесән ташырға ярҙам итә. Ә ҡатын-ҡыҙҙар Гөлфиә һәм Фуат Ильясовтарҙа ҡош өмәһендә. Бына шулай бергәләп, бер береһенә ярҙам итеп гөрләп татыу йәшәй ауыл халҡы. #Айыҡауыл2026 #Трезвоесело2026