Хәйбулла районы Ғәлиәхмәт ауылында "Айыҡ ауыл" конкурсының район этабы сиктәрендә еңел ...
Хәйбулла районы Ғәлиәхмәт ауылында "Айыҡ ауыл" конкурсының район этабы сиктәрендә еңел автомобилдәрҙә ярыш ойошторолдо. "Тимер атты" йүгәнләүселәр араһында мауыҡтырғыс бәйге бик матур, ойошҡан рәүештә үтте. Ир-егеттәр менән бергә ҡатын-ҡыҙҙар ҙа үҙ оҫталығын һынап ҡараны. "Иң йәш бәйгесе" номинацияһы Буранбаев Мораҙым Айрат улына эләкте. "Иң оло бәйгесе" номинацияһы Ҡужин Рамаҙан Шаһимарҙан улына бирелде. Урындар иһә ошо тәртиптә булды. 1-се урын - Абдуллин Илфат Булат улы. 2-се урын - Буранбаев Мораҙым Айрат улы. 3-сө урын - Ишемғолов Рәжәп Салауат улы. Автомобилистар бәйгеһе үҙе бер байрамға әйләнде. Ҡатнашыусылар бүләктәр алып, тәмле аш менән һыйланып, бик ҡәнәғәт таралыштылар.