Был балалар ҡайҙа китеп бара? Күрше ауылға дискотекағамы? Юҡ, улар Һаҡмар буйын таҙалар...
Был балалар ҡайҙа китеп бара? Күрше ауылға дискотекағамы? Юҡ, улар Һаҡмар буйын таҙаларға бара. Баймаҡ районында "Таҙа Һаҡмар" акцияһы үтте. Өмәгә бөтә ауылдар ҙа ихлас ҡушылды. —Ауылыбыҙҙың таҙалығы өсөн тырышҡан һәр бер ауылдашыбыҙға РӘХМӘТ! Шулай уҡ был изгелекле эштә айырыуса ҙур ярҙам күрһәткән Фирғәт һәм Гүзәл Халиковтарға бөтә ауылдаштар исеменән ҙур РӘХМӘТ еткерәбеҙ! Улар үҙҙәренең мини-тракторы менән килеп ауыр эште еңеләйттеләр. Йылға буйында йыйылған бөтә сүп-сар, ҡый-үләндәр ошо тракторға тейәлде. Өмәлә балаларҙың әүҙемлеге ҡыуандырҙы.Улар йүгерә-йүгерә сүп-сар йыйып тракторға тейәнеләр.Өлкәндәр йәш быуындың ошондай тырышлығына, ярҙамсыллығына һоҡланып ҡараны,—ти мәҙәни саралар ойоштороусы Гүзәл Әминева.