Хәйбулла районында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың яҡындарына ярҙам...
Хәйбулла районында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың яҡындарына ярҙам итеү үҙәге асылды Республика Башлығы ҡушыуы буйынса бойомға ашырылған был инициатива ил мәнфәғәттәрен яҡлағандар һәм уларҙың туғандары тураһында хәстәрлек күреүҙә мөһим аҙым. Урындағы хакимиәт ҙур эш башҡарҙы: үҙәк ихтыяждары өсөн айырым бина әҙерләнде, унда ремонт үткәрелде һәм кәрәкле йыһаздар һатып алынды. Үҙәкте асыуға ирекмәндәр, яугирҙәр һәм уларҙың ғаиләләре ҙур тырышлыҡ һалған. Шуға ла был урын бик яйлы килеп сыҡҡан. Хәҙер бер урында тулы кимәлдә ярҙам күрһәтеү өсөн бөтә кәрәкле ресурстар тупланған. Үҙәктә «Ватанды һаҡлаусылар» фондының социаль координаторҙары һәм МХО ветерандары ассоциацияһы вәкилдәре ҡабул итә. Психологик һәм хоҡуҡи ярҙамға айырыуса иғтибар бүленгән: юрист һәм психолог кабинеттарында шәхси консультация алырға ла, төркөм осрашыуҙарында ҡатнашырға ла мөмкин. Консультация эшенән тыш, үҙәк аралашыу һәм йәмәғәт башланғыстарын ғәмәлгә ашырыу майҙансығы буласаҡ. Бында тематик саралар һәм осрашыуҙар үткәреү планлаштырыла, улар ветерандарға тыныс тормошҡа тиҙерәк яраҡлашырға һәм фекерҙәштәрҙең ныҡлы терәген тойорға ярҙам итәсәк.