АЛЛАҺУ ТӘҒӘЛӘ БЕҘГӘ ЯҠШЫ КҮРШЕЛӘР БИРҺЕН ӨСӨН УҠЫЙ ТОРҒАН ДОҒА
АЛЛАҺУ ТӘҒӘЛӘ БЕҘГӘ ЯҠШЫ КҮРШЕЛӘР БИРҺЕН ӨСӨН УҠЫЙ ТОРҒАН ДОҒА Пәйғәмбәребеҙ ﷺ: ✍ “Төпләнәһе йортоңда яман күршенән Аллаһҡа һыйын(һаҡлауын һора), сөнки юлдағы күршенән китеп була”, – тигән /📚 ән-Нәсәи риүәйәте. Әгәр кеше үҙенә төпләнеп ҡалыу өсөн йәшәү урыны һайлаһа, күршеһенең ниндәй булыуына иғтибар бирһен. Раббыһынан яман күршенән һаҡлауын һорап доғала булһын. Сөнки, ваҡытлыса йәшәп торғанда яман күршегә түҙеп тә торорһоң. Сәфәр ҡылғанда яман күршегә эләккәндә унан ҡасып та ҡотолаһың. Әммә, яман күрше янында йылдар буйы ғүмер итеү – ҙур хәсрәт булып тора. Һөйөклө Пәйғәмбәребеҙ ﷺ шундай доға ла ҡылған тип килә: 🤲 ЙӘӘ АЛЛАҺ! ҺИҢӘ ЯМАН КӨНДӘН, ЯМАН ТӨНДӘН, ЯМАН СӘҒӘТТӘН, ЯМАН ЮЛДАШТАН ҺӘМ ДАИМИ ТОРЛАҠ ЙОРТОБОҘҘАҒЫ НАСАР КҮРШЕНӘН ҺЫЙЫНАМ. /📚Тәбәрани риүәйәте. Бер шағирҙең йортон арзанға һатҡанына кешеләр һөйләнгәндәр. Ул уларға яуап итеп ошо юлдарҙы яҙған: ✍ Йортоңдо арзанға һаттың, – тип мине шелтәләйҙәр, Яман күрше менән ғүмер кисергәнемде белмәйҙәр. Мин уларға: «Етәр мине һөйләүҙән», — тинем, Йорттар – күрше сәбәпле йәки ҡиммәт йәки арзан булалар. 🤲 Йәә Раббым! Беҙгә яҡшы күршеләр бир. Яман күршеләрҙән имен ҡыл! Йосыф хәҙрәт Дәүләтшин.