"Айыҡ ауыл 2026" конкурсының муниципаль этабында ҡатнашыусы Хәйбулла районының Оло Арыҫ...
"Айыҡ ауыл 2026" конкурсының муниципаль этабында ҡатнашыусы Хәйбулла районының Оло Арыҫланғол халҡы ауылға ингән ерҙе, Сик йылғаһы буйын кипкән ҡый үләндәренән, ағас ботаҡтарынан таҙалау буйынса экологик өмәгә сыҡты. Өмә бик ҡыҙыу барҙы, ауылдаштар барлығы биш арба ҡый тейәп түкте. Ауыл, Сик йылғаһы буйы матурайып, таҙарып ҡалды. Афариндар, сиктәр! Гел шулай әүҙем булығыҙ, - тип хәбәр итә ауыл хакимиәте башлығы. #Айыҡауыл2026 #Трезвоесело2026