«Бөгөн 3192-се һайлау участкаһында бик матур күренешкә шаһит булдыҡ!
«Бөгөн 3192-се һайлау участкаһында бик матур күренешкә шаһит булдыҡ! Милли кейемдәребеҙҙең матурлығын һәм рухын сағылдырып, Хәтирә Зыя ҡыҙы үҙенең тауышын бирергә килде. Ул башҡорт кейемендә, ихлас йылмайып, үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәне. Бындай күренеш һайлау участкаһына айырым бер йылылыҡ, милли колорит һәм тантаналы рух өҫтәне. Хәтирә Зыя ҡыҙы үҙ тауышын ғына биреп ҡалманы, ә киләсәккә матур теләктәрен дә теләне. Уның һүҙҙәрендә илгә, тыуған ергә, халҡыбыҙға ҡарата ихлас мөхәббәт һәм ышаныс сағыла ине. Бындай кешеләр — беҙҙең рухи байлығыбыҙ, милли мәҙәниәтебеҙҙең сағыу йондоҙҙары. Улар үҙҙәренең миҫалы менән йәштәргә лә өлгө булып тора, - тип хәбәр итә Хәйбулла районының Әбеш ауылы һайлау участкаһы ағзалары. #БашВыбор2026