🇷🇺Хәйбулла районы
🇷🇺Хәйбулла районы Йәнтеш ауылының татыу ғаиләләре: Аҡъюловтар, Исҡужиндар, Байғусҡаровтар, Моталовтар, Йәтимовтар ғаиләләре һайлауға парлашып килде. 3208-сы һайлау участкаһына халыҡ иртәнән ағылды. Һәр кемдең үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәү өсөн бында барлыҡ шарттар ҙа булдырылған. Һайлауға төрлө быуын вәкилдәре һәм ғаиләләре менән килеүселәр бар. - Беҙ йыл да һайлауға йөрөйбөҙ, һәр ваҡыт гражданлыҡ бурысыбыҙҙы үтәйбеҙ. 18 йәш тулғас та һайлауға йөрөй башлағайныҡ, - тип белдерҙе ярты быуат бергә ғүмер иткән Искужиндар. – Һәр кем үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәр, тип уйлайбыҙ. Башҡортостаныбыҙ яҙмышы хәл ителгәндә нисек тыныс ҡына ятмаҡ кәрәк? Ғөмүмән, халыҡ һайлауға килә, “Рәхмәт” акцияһында ла бик теләп ҡатнашалар. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: 20 сентябрҙә иртәнге 8-ҙән 20.00 сәғәткә тиклем эшләй. #БашВыбор2026 #һайлау2026 #всейсемьейнавыборы #айыҡауыл2026 #ЯнтышевскийСДК #Трезвое_Село #УИК3208