Бөгөн Рәсәйҙә һайлауҙың икенсе көнө.
Бөгөн Рәсәйҙә һайлауҙың икенсе көнө. ✅ Республикала 3 меңдән ашыу һайлау участкаһы асылды. Улар халыҡты 20:00 сәғәткә тиклем ҡабул итә. ✅ Халыҡ өсөн өс телдә нәшер ителгән бюллетень әҙерләнгән. Дәүләт Думаһына һайлауҙан тыш, Башҡортостан парламентына, шулай уҡ Өфө ҡала һәм ауыл биләмәләре советтарына депутаттар һайлана. ✅ Башҡортостанда һайлауҙар барышында “Рәхмәт” акцияһы уҙғарыла. Ул кибеттәрҙә ташлама менән ҡулланыу хоҡуғын бирә. ✅ Берҙәм тауыш биреү көнөндә медицина учреждениелары шәмбе тәртибе буйынса эшләй. #ВашВыбор2026