Сибай ҡалаһының «Әкиәт» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Айгөл Исҡужина быйыл тәүге тапҡыр Та...
Сибай ҡалаһының «Әкиәт» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Айгөл Исҡужина быйыл тәүге тапҡыр Таулы ҡасабаһындағы 641-се һайлау участкаһында тауыш биргән. Сөнки улар күп балалы ғаиләләргә бирелгән Таулы-2 ҡасабаһына йорт һалып сыҡҡан. Ҡыҙҙары Элиза, Әҙилә лә әсәйҙәре менән һайлауға барып, башҡортса бюллетендәр алып лайыҡлы кандидаттарға, партияға билдә ҡуйған. 13 йәшлек кинйәләре Айгүзәл дә байрам күрергә барып, мөһим сараның барышы менән танышҡан. Ҡыҙҙар ҙа, әсәйҙәре лә һайлауҙан һуң тормош сифаты яҡшырыр, илдә тыныслыҡ урынлашыр тип өмөт итә. #БашВыбор2026