#аҡыл
#аҡыл 🌸Ҡолаҡтар таҙалығы. Тупаҫ, яуыз һүҙҙәрҙе ишетмәҫкә, ғәйбәт тыңламаҫҡа. 🌸Ҡулдар таҙалығы. Был артыҡ нәмәгә ынтылмау, башҡаларҙың өлөшөнә теймәү тигәнде аңлата. Хәлегеҙҙән килһә, мохтаждарға хәйер биреү, йәғни ярҙам итеү хуплана. 🌸Күҙҙәр таҙалығы. Күҙҙәрҙе насарлыҡтан, яуызлыҡтан һәм көнсөллөктән һаҡларға. 🌸Тел таҙалығы. Күп һөйләүҙән һәм ялған һөйләүҙән тыйылырға. Өндәшмәү — алтынға бәрәбәр. 🌸Тән һәм кейем таҙалығы. Тәнде лә, кейемде лә һәр саҡ таҙа тоторға кәрәк. 🌸Уйҙар таҙалығы. Баштан кире, яуыз уйҙарҙы ҡыуырға кәрәк. Үҙеңде йәлләп ултырырға ярамай. Киреһенсә, изге эштәргә үҙеңде дәртләндереп тороу яҡшыраҡ. 🌸Күңел һәм йөрәк таҙалығы. Яратырға һәм уның өсөн бер нәмә лә талап итмәҫкә. Был тормошто, кешеләрҙе, тирә-яҡты яратыу үҙе үк — бәхет!