ОЯТ
ОЯТ Оят булмаһын һеҙгә — Боролам арҡам менән. Иманға килмәҫһегеҙ, Тартһаң да арҡан менән... Автобуста киләләр Йәш ирҙәр, йәш егеттәр. Тотҡан ерҙән тимер бөгөр, Ут сәсрәтер, "һөлөктәр". Телефонға ҡарай ул, Йә йоҡлай борон - борон. Йығылыр хәлгә етһәм дә, Мин һорамамын урын. Оят булмаһын һеҙгә. Боролам арҡам менән. Заманығыҙ ишелеп бара, Тотһаң да арҡан менән. Тамара Искәндәриә.
141 просмотров