Башҡортостан урмандарына инеү сикләнде
Башҡортостан урмандарына инеү сикләнде Янғын хәүефе ҙур. Ошоға бәйле Әбйәлил, Әүжән, Баймаҡ, Белорет, Бөрйән, Йылайыр, Ейәнсура, Инйәр, Кананикольский, Күгәрсен, Тирлән, Учалы һәм Хәйбулла урмансылыҡтарына инеү тыйылды. Сикләү бөгөндән 28 сентябргә тиклем ҡаралған. Патруль төркөмдәр биләмәләрҙе тәүлек әйләнәһенә күҙәтә, тип хәбәр итәләр Урман хужалығы министрлығынан. Ут сыҡҡан осраҡта 218-14-14 һандарын йыйып диспетчерға хәбәр итергә мөмкин.