💥Күмәк эш- ырамлы
💥Күмәк эш- ырамлы «Айыҡауыл» конкурсында ҡатнашҡан Хәйбулла районы Йәнтеш ауылының ир-егеттәре автобус туҡталышы эргәһендәге баҡсаны күмәкләп кәртәләп ҡуйған. Эш барышында бағаналарға соҡор ҡаҙылып, кәртә ҡуйғандар, буяу эштәрен башҡарғандар, тирә-яҡты сүп-сарҙан таҙартҡандар. Ир-егеттәр үҙҙәре килтергән материалдарҙы һәм ҡоралдарҙы ҡулланып, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә эште тамамлаған. Уларҙың берҙәмлеге һәм тырышлығы арҡаһында автобус туҡталышы яны тағы ла йәмлерәк, төҙөк һәм хәүефһеҙерәк булған. Бындай эштәр ауылдың йөҙөн биҙәй, халыҡтың берҙәмлеген нығыта. Бергәләп эшләгәндә эш тиҙ бөтә! - Ауылдаштарыбыҙға ҙур рәхмәт! Киләсәктә лә бергәләп йыйыштырыу һәм төҙөкләндереү эштәрен дауам итәсәкбеҙ, - тип яҙа социаль селтәрҙә йәнтештәр. #ВоспитаниеВКультуре #ҡоролтай #Янтышевский_СДК #Антинганский_Сельсовет #Хайбуллинский_район. #Трезвое_село_Янтышево #Айыҡ_Йәнтеш_ауылы #ТрезвоеСело2026 #АйыҡАуыл2026 #БөтәДонъяБашҡорттарыҠоролтайыДеревня_Янтышево