Иртә таңдан тәүге ҡарҙар яуа,
Иртә таңдан тәүге ҡарҙар яуа, Ер туңып та әле өлгөрмәгән. Һабағында ҡыҙыл алма ҡалған, Ҡырау һуҡҡан, әммә өҙөлмәгән. Яҙға тиклем ул сыҙамаҫ инде, Күтәралмаҫ ҡыштың селләләрен. Ләхетенә ятҡас, һөйләр микән Ер-Әсәгә үҙе күргәндәрен. Шул алмалай мин дә эленеп торам Яҙмыш тигән ғүмер ағасында. Ашыҡмаһын ине ҡышҡайҙарым, Сабыр итһен ине аҙға ғына. Эшләнмәгән эштәрем бар әле, Йырлап бөтөлмәгән йырҙарым. Әй был хыял! Бик күрәһе килә Ейәндәрҙең никах туйҙарын. Сибәғәт РАХМАНҒОЛОВ. 22.10.2026й. Мултаново.