🏅Һағыныу . . .
🏅Һағыныу . . . Иңдәреңә һалып баштарымды Һағыштарҙан килә илағым. Шоморт ҡара күҙҙәреңә бағып, Сәстәреңдән килә наҙлағым. Серҙәремде килә бүлешәһем, Онотолғом килә яныңда. Мәңгелеккә йәндәр айырылған Ҡабул итмәй йөрәк һаман да. Яңғыҙлыҡтан үрһәләнгән йәнем, Әйләнә лә ҡайта үткәнгә. Ҡауышыуҙар инде насип булмаҫ Өҙгөләнеп күпме көтһәм дә. Әрнеүҙәрем, күңел төпкөлөнән Түгелергә тора йыр булып. Юғалмасы, йәнем, һәр таң һайын Балҡыһаңсы яҡты нур булып! (автор Сәлимә Барлыбаева-Иҫәндәүләтова) Баймаҡ районының Ишей мәктәбе алдында махсус хәрби операция барышында батырҙарса һәләк булған яугирҙәр иҫтәлегенә таҡтаташ асылды. 🖊️Венера Ҡасҡынова.