Аятҡа һылтанмалары менән.
Аятҡа һылтанмалары менән. Ҡөръән: ♦ Хурламағыҙ (49:11) ♦ Ярлыларҙы туйҙырығыҙ (22:36) ♦ Ғәйбәт һөйләмәгеҙ (49:12) ♦ Тыйнаҡ булығыҙ. (25:63) ♦ Асыуығыҙҙы тыя белегеҙ (3:134) ♦ Анттарығыҙҙы үтәгеҙ (5:89) ♦ Ата-әсәйегеҙгә тупаҫлыҡ күрһәтмәгеҙ (17:23) ♦ Иҫәпһеҙ-һанһыҙ сарыф итмәгеҙ (17:26) ♦ Ҡунаҡтарға игелекле булығыҙ (51:24-27) ♦ Яманлыҡҡа яҡшылыҡ менән яуап бирегеҙ: (41:34) ♦ Буш һүҙҙән (буш һөйләшеүҙән) ҡасығыҙ (23:3) ♦ Ғәйбәт таратмағыҙ (24:15) ♦ Бер-берегеҙ тураһында яҡшы уйлағыҙ (49:12) ♦ Башҡалар өҫтөнән көлмәгеҙ (49:11) ♦ Үҙегеҙҙең сафлығығыҙ менән маҡтанмағыҙ (53:32) ♦ Аманатты һәм вәғәҙәләрегеҙҙе тотоғоҙ (23:8) ♦ Әгәр дошман тыныслыҡ теләһә, ҡабул итегеҙ (8:61) ♦ Сауҙала кешеләрҙе алдамағыҙ (6:152) ♦ Саҙаҡағыҙҙы (хәйерегеҙҙе) кире талап итмәгеҙ (76:9) ♦ Диндә бер кемде лә мәжбүр итмәгеҙ (2:256) ♦ Хатта наҙандар менән дә матур итеп һөйләшегеҙ (25:63) ♦ Аллаһыға табынмағандарҙы хурламағыҙ (6:108) ♦ Башҡаларға эшләгән изгелектәрегеҙҙе иҫкә төшөрмәгеҙ (2:264) ♦ Ғәйепһеҙ кешене үлтереү бөтә кешелекте үлтереүгә тиң (5:32) ♦ Кешене ҡотҡарыу бөтә кешелекте ҡотҡарыуға тиң (5:32)