📌"Айыу йыйҙы дуҫтарын" ысын дуҫтар осрашыуы булған.
📌"Айыу йыйҙы дуҫтарын" ысын дуҫтар осрашыуы булған. З. Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәширәте магазинында Зөлфиә Ханнанованың “Айыу йыйҙы дуҫтарын” исемле китабының исем туйы үткән. 💯 "Йыйынтыҡ кесе йәштәге мәктәп балалары өсөн тәғәйенләнгән. Ул башҡорт һәм рус телдәрендә донъя күрҙе. Руссаға Әстрахан ҡалаһынан шағирә Галина Николаева тәржемә иткән. Китапты рәссам Хаят Йәрмөхәмәтованың сағыу һүрәттәре биҙәгән. Шиғырҙар урман йәнлектәренең тормошо, уларҙың үҙ-ара мөғәмәләһе, уратып алған мөхит менән таныштырып ҡына ҡалмай, кескәйҙәр күңеленә ватансылыҡ, изгелек кеүек рухи ҡиммәттәр һала", - тип хәбәр итә билдәле журналист, шағирә Гөлназ Ҡотоева. Сара нисек үткән - Гөлназ Мират ҡыҙының видеояҙмаһы аша танышығыҙ.