КЕШЕ
КЕШЕ Кеше Кешеләргә кәрәк булһын, Бер ҡайҙа ла артыҡ булмаһын. Эшләгәндә Янып эшләһен дә, Ял иткәндә Көлһөн, Йырлаһын! Һыҡранмаһын Тормошонан кеше, Үҙе биҙәп ҡорһон ул уны. Ҡыуанһын ул, Яҡты эҙен күреп Аҡыллы һәм оҫта ҡулының. Хыялланһын, Янһын, Ҡанатланһын, Тынғы белмәй алға ынтылһын. Һөйһөн, Көйһөн, Күркәм булһын кеше, Халыҡ ғәме менән ул тулһын! Үҙ ҡайғыһын Кескәй ҡайғы итеп, Иң ҙур байрам көтөп йәшәһен. Шундай бай, бәхетле күрәм Киләсәктең Матур кешеһен! Рәми ҒАРИПОВ. Видео: Лиана Хөсәйенова.