Баймаҡ районы Билал ауылынан Әхмәтов Айнур Марат улы. — 8 июля 2026 г. в 12:54:42.115
Баймаҡ районы Билал ауылынан Әхмәтов Айнур Марат улы. Былтырғы йылда Баймаҡ районының хәрби комиссариат янында, шулай уҡ, Өфөлә йыйылыу пунктында, бөтә рота алдында башҡорт бейеүен бейеп әрмегә юлланды. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов Айнурҙың сығышына һоҡланып, егеткә башҡорт бүреген тапшырып, лайыҡлы хеҙмәт итеүен теләгән ине. Һәм ошо көндәрҙә, Кесе сержант званиеһына лайыҡ булған Айнур, Тыуған иле алдындағы бурысын лайыҡлы үтәп, бүләккә бирелгән бүреге менән бейеп ҡайтып төштө, Аллаға шөкөр. Ата-әсәйе, туғандары, дуҫтары Баймаҡ районы сигендә ҡаршы алдылар.

