Бөрөлә үткән Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арналған байрамда ”Бөрө Хатикоһы" хәйр...
Бөрөлә үткән Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арналған байрамда ”Бөрө Хатикоһы" хәйриә фонды ағзалары менән таныштыҡ. Уны Виктория Александровна Смирнова нигеҙләгән. - Бала саҡтан йәнлектәрҙе яраттым, гел уларға ярҙам итергә теләй инем. Был теләгем ҙур эшкә әүерелде. Хәҙер мин "Бөрө Хатикоһы" хәйриә фондын етәкләйем. Ул 2021 йылдан официаль статус алды,-ти ул. Изге кешеләр эйәһеҙ эттәрҙе табып ала, тәрбиәләй, дауалай, эйәләштерә һәм хужа табып бирә. Беҙ һөйләшеп торған арала бәләкәй балалар хәйриә йәшнигенә эттәрҙе тәрбиәләгәндә кәрәк-яраҡ алыу өсөн аҡса һалып китте. Бына шундай изге эштәр башҡара бөрөләр. Афарин!