Беренсе ҡағиҙә - ятҡан урынығыҙ ҡаты булһын. "Әгәр сирегеҙ күп икән, умыртҡалыҡты дауал... — 28 августа 2026 г. в 06:56:21.170
Беренсе ҡағиҙә - ятҡан урынығыҙ ҡаты булһын. "Әгәр сирегеҙ күп икән, умыртҡалыҡты дауалағыҙ", тип юҡҡа әйтмәй Кацудзо Ниши. Ул һәр ваҡыт кәүҙәне төҙ тотоу тураһында иҫкәрткән. Һәр саҡ үҙеңде контроллә: арҡаны һәм ҡулбаштарҙы тура, эсте тартылған килеш тоторға кәрәк. Әммә беҙ ғүмеребеҙҙең бер өлөшөн йоҡлап үткәрәбеҙ, шуға күрә был ваҡытты ял өсөн түгел, ә буй-һынды төҙәтеү өсөн дә файҙаланырға мөмкин. Тимәк, ятҡан урын-ер тигеҙ һәм ҡаты булырға тейеш. Икенсе ҡағиҙә - ҡаты яҫтыҡ. Ниши япон мәҡәлен иҫенә төшөрә: "Ҡыйшайған муйын - ҡыҫҡа ғүмер билдәһе". Ҙур һәм йомшаҡ мендәр муйындың умыртҡаларын яфаланырға мәжбүр итә, ә ҡаты яҫтыҡ уны нормаға килтерә, баш ауыртҡанда, танау-тамаҡ, күҙ ауырыуҙарында ярҙам итә, умыртҡалыҡты нығыта. Өсөнсө ҡағиҙә - "Алтын балыҡ" күнегеүе. Был күнегеүҙе, башҡалары кеүек үк, һәр көн иртән һәм кисен башҡарырға кәрәк. Ул буй-һынды, ҡан әйләнешен яҡшырта. Ҡаты тигеҙ ергә арҡағыҙ менән ятығыҙ, ҡулығыҙҙы баш осона һуҙығыҙ, аяҡ бармаҡтарын өҫкә тартығыҙ. Бер нисә тапҡыр сиратлап, етегә тиклем һанап, умыртҡа һөйәген тартығыҙ: тәүҙә уң аяҡ табанығыҙ менән иҙәндән алға шыуышығыҙ, ә ҡулдарығыҙ менән шул уҡ ваҡытта кирегә тартылығыҙ. Һуңынын шул уҡ күнегеүҙе һул аяғығыҙ менән эшләгеҙ. Артабан устарығыҙҙы муйын аҫтына һалып, аяҡ бармаҡтарын үҙегеҙгә тартығыҙ. Шул торошта балыҡ кеүек уңға-һулға (әммә өҫкә-аҫҡа түгел) 2 минут борғоланығыҙ.

