Көҙгө урман
Көҙгө урман Көҙгө урман, әйтерһең дә, Һып - һылыу ғына ҡатын. Ирендәре - ҡыҙыл балан, Сәстәре -һары алтын. Һәр саҡ уға ашҡынамын, Тәмләргә һөйөү татын. Ел булып һыйпай башлаһам, Оялып тора бер тын. Яйлап, ҡояш - йөҙөн бороп, Миңә үҙе һырыға. Эргәләге ҡарт тауҙарҙың Беҙгә күҙе ҡыҙыға. Япраҡтарҙан түшәк йәйә Көҙ - йомарт, наҙлы ҡатын. ...Күңелемде солғап ала Мөхәббәт - һүнмәҫ ялҡын! Рамай Ҡаһир