"Рәхмәт” акцияһы күп ташламалар тәҡдим итә
"Рәхмәт” акцияһы күп ташламалар тәҡдим итә 💥Башҡортостанда һайлаусылар“Рәхмәт” акцияһында ҡатнаша ала. Ташламалар биргән купондарҙы Һайлау участкаһынан сыҡҡан ерҙә ирекмәндәр таратып тора. “Рәхмәт” акцияһы хаҡында һорауҙарға Алға-Патриот хәрәкәтенең етәксеһе урынбаҫары Данир Әсхәт улы Камалов яуап бирә: ✅- “Рәхмәт” акцияһында нисә процент ташлама бирелә? 50 процентҡа ҡәҙәр ташлама тәҡдим ителә. ✅- Акцияла нисә магазин-партнер ҡатнаша? Быйыл был акцияла, дөйөм алғанда, бер меңдән ашыу магазин-партнер ҡатнаша. ✅- Ниндәй магазин иң күп купон тәҡдим итә? Был акцияның башында“Байрам” магазиндар селтәре тора, быйыл да был магазин иң күп купондар әҙерләгән. ✅- Тағы ла ниндәй магазиндар ташлама тәҡдим итә? Быйыл “Рәхмәт” акцияһында бик күп магазиндар ҡатнаша, улар араһында аҙыҡ-түлек, промтауарҙар магазиндары, кофейнялар, автомобилдәрҙе йыуыу урындары, матурлыҡ салондары һәм башҡалар бар. ✅- Был магазиндарҙа ташламалар биреү нисә көнгә һуҙылған? Ҡайһы бер магазиндар өс-дүрт көнгә ташлама бирһә, ҡайһылары был акцияны хатта йыл аҙағына һуҙа. Әйтәйек, матурлыҡ салондарында Яңы йылға тиклем ташлама менән ҡулланырға була. ✅- Купондар бөтәһенә лә етерме? Республикала барлығы өс миллион купон әҙерләнгән. Шуның өсөн һайлауҙарға килгәндәрҙең күп өлөшөнә купон етәсәк. ✅- Ҡаланан алыҫ ятҡан ауылдарға ла купондар барып етерме? Купондар һәр һайлау участкаһына таратыла, шуның өсөн алыҫ ауылдарға ла купон барып етәсәк, уларҙы яҡын атҡан ҡалаларҙа ҡулланып буласаҡ. ✅- Купондарҙы ҡайҙан алырға? Һаулау участкаһында тауыш биреп сыҡҡан ерҙә ирекмәндәр тора, уларҙы һеҙ махсус бейдждарынан таный алаһығыҙ, купондарҙы тик шул ирекмәндәрҙән генә алырға була. ✅- Купондар менән мутлашыусылар тоҙағына эләгеү ҡурҡынысы янамаймы? Беҙ бер кешенән дә документтар, код, башҡа берәй төрлө нәмә һорап шылтыратмайбыҙ. Әгәр шундайыраҡ шылтыратыу булһа, иң яҡшыһы – трубканы һалырға. ✅- Үткән йылдарҙа һайлаусылар бик ҡиммәтле бүләктәр - суперприздар алып ҡыуанғайны. Быйыл “Рәхмәт” акцияһында суперприз ҡаралғанмы? Быйыл суперприз отоу ҡаралмаған. 💥Ҡәҙерле дуҫтар, әгәр ҙә һеҙ яҡшы ғына ташламалы купон эйәһе булырға теләһәгеҙ, тиҙ арала һайлауға бара һалығыҙ. Гражданлыҡ бурысын да үтәрһегеҙ, яҡшы ташламалы күпонлы ла булырһығыҙ. Фото "Молодежная газета"