Башҡортостан Республикаһы көнө менән!
Башҡортостан Республикаһы көнө менән! 11 октябрь - Башҡортостан Республикаһының Дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул итеү көнө! Был байрам тыуған еребеҙҙең рухи һәм мәҙәни мираҫы, күп быуатлы тарихы менән ғорурланған республика халҡының берҙәмлеген һәм милләт-ара татыулығын символлаштыра. Ҡәҙерле дуҫтар! Һеҙҙең барығыҙҙы ла Республика көнө менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Аяҙ күк йөҙө, тыныслыҡ, бәхет, муллыҡ, һәр башлаған эшегеҙҙә уңыштар, оҙон ғүмер, сәләмәтлек теләйбеҙ!