Башҡортостан - һылыу Һомай иле,
Башҡортостан - һылыу Һомай иле, Сың-сың ғына сулпы-ҡашмауҙарың. Зәңгәр күгең - күк муйыллы ҡорот, Баллы сәк-сәк - зөмрәт таш-тауҙарың. Башҡортостан - буҙ Аҡбуҙат иле, Шүлгәнеңдә - тарпандарың өйөр. Сал далаңда - көмөш аттар моңо, Дөлдөл йырлар,бейәләрең бейер. Башҡортостан - һыйлы ҡунаҡ иле, Талҡан таты - йәнгенәңә тылсым. Ҡымыҙына ҡыҙып, буҙа эсһәң, Һин мәңгегә арбалаһың, ысын! Башҡортостан - телең шундай татлы, Телдә генә ирер бауырһаҡтай. Хуш еҫ бөрккән ҡомалаҡлы икмәк, Табын йәме - затлы ҡаҙылыҡтай! Башҡортостан - моңоң аҫыл аһәң, Һәр өнөңдә сихри ҡурай сыңың. Йәнбикә йәненән яралғандыр Зар -уйҙарға тулы халыҡ моңоң. Башҡортостан - мин тик кескәй тамсың Мең балҡышлы ғына йәнгенәңдең. Аҡ тынлыҡта аҡ доғалар ҡылам Аҡ таңы булһын тип илгенәмдең! (Айзилә Мортаева) (Яҡташым фотограф Елена Перминова фотолары🔥)