Башҡортостандың күренекле яҙыусыһы, прозаик, хеҙмәт ветераны, журналист, Рәсәйҙең һәм Б...
Башҡортостандың күренекле яҙыусыһы, прозаик, хеҙмәт ветераны, журналист, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Нажиә Заһир ҡыҙы Игеҙйәнованың юбилейы – 80 йәш. Ошо айҡанлы Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында әҙибәнең ижад кисәһе үтә һәм уның тормош һәм ижад юлына арналған күргәҙмә асыла. Нажиә Заһир ҡыҙы Игеҙйәнова 1946 йылдың 1 сентябрендә Ҡыйғы районы Абзай ауылында тыуған. Урта мәктәпте тамамлағас, Өфөләге 1-се һөнәрселек училищеһына уҡырға инә. Артабан Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында уҡый. 1974 йылдан алып “Һәнәк”, 1982 йылдан “Башҡортостан ҡыҙы” журналдары редакцияларында, Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһында, 1986–2020 йылдарҙа “Ағиҙел” журналы редакцияһында эшләй. Күбеһенсә сатира һәм юмор өлкәһендә эшләгән Нажиә Игеҙйәнова – 16 китап авторы. Шулай уҡ ул балалар яҙыусыһы булараҡ та киң билдәле. Сарала тыуған төйәген, башҡорт телен данлаған ҡәләм оҫтаһының Милли әҙәбиәт музейы фондында һаҡланған китаптары, фотоһүрәттәре, шәхси әйберҙәре менән танышырға мөмкин буласаҡ. Үҙенең матур ғүмер байрамын ул “БашРедактор” онлайн-нәшриәтендә донъя күргән “Әҫәрҙәр. Дүрт томда” китаптары менән ҡаршы ала. Ошо китаптарҙың исем туйын да үткәреү көтөлә. Ижад кисәһендә яҙыусының ҡәләмдәштәре, балалары, туғандары, дуҫтары, уҡытыусылар, мәктәп уҡыусылары сығыш яһаясаҡ. Рәхим итегеҙ, дуҫтар!