#башдонъя#иҫкеяңыйыл — 14 января 2026 г. в 03:35:53.976
#башдонъя#иҫкеяңыйыл Өй түрендә иҫкесә Балҡып тора шыршылар! Күркәм йола бар - иҫкесә Яңы йылды ҡаршылау! Иҫкесә лә, яңыса ла Йылдарым елеп үтә! Яңы йылдар килеп торһон Иҫкеһен һүтә-һүтә! Һүтелмәһен тик шатлыҡтар - Иҫкесә ҡалһын бары! Иҫкесә ыжғырһын буран! Иҫкесә яуһын ҡары! Гөлдәриә Йосопова. Бөгөн төндә Иҫкесә Яңы йылды ҡаршылайҙар. Был байрамды билдәләү йолаһы 100 йыл самаһы элек башлана. 1918 йылда Рәсәйҙә Юлиан календарынан баш тарталар. Иҫкесә 1 ғинуар, яңы календарҙың 14-енә тура килә.

