#башдонъя#фекер — 11 декабря 2025 г. в 07:08:15.442
#башдонъя#фекер * Башҡаса ғәфү итмәйем, тип әйтер алдынан, нисә тапҡыр һине ғәфү иткәндәрен иҫлә. * Һинең бер нәмәң дә булмауы бәлә түгел. Бөтә нәмәң булып та бәхет тоя белмәүең бәлә. * Бөгөн кешеләр өсөн бөтә нәмә лә бар: декабрҙә — умырзаялар, ғинуарҙа — ҡурай еләге, майҙа — мандариндар... Бер генә нәмә етешмәй: кешелеклелек. * Хаталанмаҫ өсөн – тәжрибәле булыу мөһим; тәжрибә туплау өсөн – хаталар яһарға кәрәк. * Кешене белгең килһә, уның тураһында нимә һөйләгәндәрен тыңлама, ә ул үҙе башҡалар тураһында нимә һөйләгәнен тыңла. * Күңелеңә ауыр саҡта — тәбиғәтте тыңла. Уның тауыштары меңләгән кәрәкһеҙ һүҙҙәргә ҡарағанда нығыраҡ тынысландыра. * Етешһеҙлектәреңде әйтеүсе – һәр ваҡыт дошман түгел; өҫтөнлөктәреңде күрһәтеүсе – дуҫ булмауы ла мөмкин. * Кешегә булыша алаһың икән - булыш, булыша алмаһаң - доға ҡыл, доға ҡыла белмәһәң - кеше тураһында яҡшы уйҙар уйла! Яҡшы уйҙар шулай уҡ ярҙамға тиң.

